05:06 (UTC+5), 01 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов педагогтарҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө менән ҡотланы

«Башинформ»
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов педагогтарҙы, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.
— Тәүге ҡыңғырау һәр быуын өсөн дә тулҡынландырғыс мәл. Балаларға ул – мәктәп һәм класташтар менән осрашыу, өлкәндәргә йәшлек ваҡыты һәм дуҫтары тураһында матур хәтирәләр бүләк итә. Был беҙҙең уртаҡ байрам, сөнки һәр эштең, һәр һөнәрҙең нигеҙендә тәрән һәм төплө белем ята. Һәр беренсе сентябрь - ул мәғариф өлкәһендәге мөһим һәм ҡатмарлы эштең яңы этабы. Бөгөн был өлкәгә етди инвестициялар һалына, һәм беҙ сифатлы һөҙөмтәләргә, өлкәләге уйланылған реформаларға иҫәп тоторға хаҡлыбыҙ. Шул уҡ ваҡытта яңырыу артынан ҡыуып, Рәсәй мәғарифының әлегә тиклем һәм бөгөнгө көндә лә иң яҡшыларҙан булып башҡарған эшен юғалтмау мөһим. Педагог белеме, тәжрибәһе һәм профессионализмы – ул Башҡортостандың, бөтә Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе. Беҙ был хаҡта һәр ваҡыт иҫләргә тейеш. Белем биреү өлкәһендә эшләүселәрҙең мәнфәғәттәрен бергәләп яҡлау зарур. Мәғарифтың һәр ваҡыт төп өҫтөнлөктәр иҫәбендә булыуына беҙ бергәләп ирешергә тейешбеҙ. Ә уҡытыусылар һөнәре үҙенең юғары ижтимағи дәрәжәһен, лайыҡлы эш хаҡын хаҡлы рәүештә яулай килә, - тиелә республика башлығы ҡотлауында.
Президент яңы уҡыу йылында уҡытыусыларға – «ижади көстәр, сабырлыҡ һәм аҡыллы ҡарарҙар, ә уҡыусыларға һәм студенттарға тоғро дуҫтар, үҙҙәренең һәм республикабыҙ киләсәге хаҡына уҡыуҙарында ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ теләне. Барығыҙға ла уңыштар, изгелек һәм именлек теләйем!»
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика