Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2011, 13:42

«Ижтимағи электрон гәзит» (i-gazeta.com) сайтында Илдар Әхмәтшиндың онлайн-конференцияһы үтте

«Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшиндың онлайн-конференцияһы үтте. Конференция барышында ул «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирҙе. Эске сауҙаны, йәмәғәт туҡланыуын, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙы үҫтереү һәм уларға ярҙам күрһәтеү темалары күтәрелде.
Сайттың баш битендә урынлашҡан «БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшиндың онлайн-конференцияһы» бүлегендә тейешле форма тултырып, i-gazeta.com сайтына инеүсе һәр кем Дәүләт комитеты рәйесенә һорауын бирә ала ине.
«Ижтимағи электрон гәзит» сайтының тейешле бүлегендә онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырылған.
Автор:«Башинформ» | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: