15:04 (UTC+5), 29 Августа 2011

Өфөлә Рамаҙан айы менән хушлашыу сараһы үтәсәк

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә Рамаҙан айы менән хушлашыу сараһы үтәсәк. Ул мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айының һуңғы көнөндә «Родина» кинотеатрында үткәреләсәк. Ураҙа тамамланыуы айҡанлы был сараны Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге ойоштора.
Рамаҙан менән хушлашыу программаһында фәнни-популяр фильм ҡарау, Башҡортостан Республикаһы мөфтөйө Нурмөхәмәт Ниғмәтуллиндың сығышы, ғәрәп каллиграфияһы күргәҙмәһе, «Илляхияр» хор ансамбле ҡатнашлығындағы концерт, шулай уҡ ауыҙ асыу – ҡояш байығандан һуң башланасаҡ байрам банкеты планлаштырылған.
2010 йылда Рамаҙан айы менән хушлашыу ҙур уңыш менән үткәйне. Былтыр унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте вәкилдәре, дин әһелдәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Рамаҙан менән хушлашыу сараһы 29 августа 19 сәғәттә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика