16:29 (UTC+5), 29 Августа 2011

БашДУ нанотехнологиялар өлкәһендә эре инновацион компания менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡорт дәүләт университеты фәнни-техник өлкәлә Рәсәйҙең нанотехнологиялар өсөн ҡорамалдар етештереүсе эре компанияһы - «Нанотехнология МДТ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр. Хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре итеп киләһеләр билдәләнде: нанотехнология һәм наноматериалдар өлкәһендә мәғариф һәм фәнни-тикшеренеү йүнәлештәре, наноиндустрия өлкәһендә фәнни-техник һәм инновацион йүнәлештәр, берлектә фәнни-методик һәм белем биреү сараларын – семинарҙар, симпозиумдар, конференциялар ойоштороу.
Килешеүгә ҡул ҡуйыу киләһеләрҙе күҙ уңында тота: берлектә фәнни-тикшеренеү программаларҙы, технологиялар булдырыу һәм уларҙы үҙләштереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу, берлектә ваҡытлыса ғилми коллективтар, яңы техниканы һәм технологияларҙы үҙләштереүҙе тәьмин иткән лабораториялар булдырыу, фәнни-техник мәғлүмәт менән үҙ-ара бүлешеү, ғалим һәм белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү, стажировкалар ойоштороу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика