09:02 (UTC+5), 26 Августа 2011

Өфөлә 4000-дән ашыу эскән водитель тотолған

Евгений Рәхимҡолов
Ағымдағы йылдың ете айында Өфөлә 4127 эскән водитель тотолған. Был хаҡта ҡала Советы ултырышында Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы Илгиз Садыҡов хәбәр итте.
Ҡала башлығы Павел Качкаев фекеренсә, Өфөлә ысынбарлыҡтағы иҫерек водителдәр һаны тағы ла күберәк – уртаса алғанда көнөнә 50-ләгән кеше тотола. Ә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иғтибарына эләкмәгәндәрҙең күпме булыуын берәү ҙә аныҡ ҡына белмәйҙер.
— Был руль артындағы 50 потенциаль кеше үлтереүсе тигән һүҙ, — тип ҡылыҡһырланы иҫерек водителдәрҙе Павел Качкаев. — Ләкин уларҙың бер нисәүһе генә машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Ҡала башлығы әйтеүенсә, ҡағиҙә булараҡ, эскән водителдәр мировой судтар арҡаһында яуаплылыҡтан ҡотола, эсеп тотолғандарҙың эше башлыса уларҙа ябыла.
Павел Качкаев был хәлде йәмәғәт хөкөмөнә сығарырға тәҡдим итте.
— Мировой судтарҙа ҡаралған күп эштәрҙең ошо рәүешле тамамланыуы хаҡында мәғлүмәт бирергә кәрәк, — тип иҫәпләй ул. Руль артына ултырыуға яуапһыҙ ҡарағандарҙың һәм кеше үлтереүселәрҙең иҫәбенә мировой судтарҙың йоғонтоһо ҙур.
Уның фекерен ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин да хупланы. Ҡағиҙә боҙоусыларға хурлыҡ тамғаһы һалыу өсөн ул йәмәғәтселек фекерен һәм киң мәғлүмәт сараларын ҡулланырға тәҡдим итте. Иҫерек водителдәрҙең фотоһын ул гәзиттәрҙә баҫтырырға һәм совет заманында популяр булған «хурлыҡ таҡтаһына» урынлаштырырға тәҡдим итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика