10:41 (UTC+5), 24 Августа 2011

Астра һәм календула – Өфөлә иң популяр сәскәләр

Евгений Рәхимҡолов
Астра, сәрүәр, календула, мальва Өфөлә иң популяр сәскәләр тип табылды. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә «Өфө Торлаҡ хужалығы идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһының директоры Борис Герасимов әйтте. Популярлыҡ кимәле «Ҡала – беҙҙеке, һәм беҙ - унда хужа!» конкурсы барышынды билдәләнде. Уның сиктәрендә иң яҡшы өй алды баҡсаһы асыҡланды. Һанап үтелгән һәм башҡа төр сәскәләрҙе Өфөнөң һәр тиерлек сәскә түтәлендә күрергә була.
Борис Герасимов шулай уҡ Өфөлә 2006 йылдан башлап үткәрелгән «Өлгөлө ихата, өлгөлө йорт, өлгөлө подъезд» конкурсы барышы хаҡында ла һөйләне.
— Әүҙем тормош позициялы өфөлөләр өсөн был ғәҙәти конкурсҡа әүерелде, улар торлаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре менән бергә үҙҙәренең өй алды биләмәләрен төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша, - тип комментарий бирҙе Борис Герасимов.
Конкурсҡа йомғаҡтар август аҙағында яһаласаҡ. Һәр номинацияла еңеүселәр 195 объект араһынан билдәләнәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика