Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.24
+0.8
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2011, 14:54

Өфөлә мосолман ЗАГС-ы асыла

Өфөлә ҡалала ғына түгел, бөтөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр никах йорто асыласаҡ. Унда мосолмандар Ислам ҡанундары буйынса һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы никахын теркәй аласаҡ.
Никах йортон 30 августа Ураҙа байрамына асыу планлаштырыла. Ул Сипайлово биҫтәһенең Ю.Гагарин урамындағы Хәмзә мәсетендә урынлашасаҡ. Был мәсет бинаһы ун йыл дауамында күтәрелеп, 2006 йылда меценат Хәмзә Ғәлләмов етәкселегендәге хәйриә фонды средстволарына төҙөлөп бөттө.
Никах йорто 50-гә яҡын кешене һыйҙыра ала. Күҙалланыуынса, ул никахлашыу йолаһын атҡарыуға ғына түгел, дәрестәр үткәреү өсөн дә файҙаланыласаҡ.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: