11:21 (UTC+5), 23 Августа 2011

Өфөлә башланғыс кластар уҡытыусылары талап ителә

Әлфиә Әһлиуллина
Яңы уҡыу йылы башланырға бер аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалды. Ләкин, асыҡланыуынса, Өфөнөң күпселек мәктәптәрендә кадрҙар мәсьәләһе әле булһа хәл ителмәгән. Ҡаланың белем биреү учреждениелары башланғыс кластар уҡытыусыларына ҡытлыҡ кисерә. Шулай итеп, бөгөнгө көндә башланғыс кластар уҡытыусылары өсөн 34 вакансия асыҡ. Был хаҡта бөгөн яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов әйтте.
Ҡала башлығы урынбаҫары килеп тыуған хәлде йыл һайын Өфөлә беренсе класҡа барыусылар һанының бер меңгә артыуы менән бәйләй. Мәктәп администрациялары талап ителгән белгестәрҙе һайлап алып өлгөрмәй.
Шулай уҡ баш ҡалала инглиз теле, физика, математика, информатика, технология һәм физкультура уҡытыусыларының етмәүе тойола, тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.
— Бынан тыш, балалар баҡсаларындағы хәл элеккесә хөрт. Бөгөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 74 тәрбиәсе талап ителә, шулай уҡ музыкаль етәкселәр һәм физик культура буйынса инструкторҙар кәрәк, - тине Сынтимер Баязитов. Шулай уҡ ҡаланың белем биреү учреждениеларындағы белгестәр вакансиялары хаҡында мәғлүмәт ай һайын Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы сайтында урынлаштырыла, тип өҫтәп әйтте ул.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика