14:37 (UTC+5), 18 Августа 2011

Башҡортостанда малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда йышыраҡ тыуа

Республикала 2011 йылдың тәүге ярты йыллығында тыуыу тураһында 26 847 акт теркәлгән, тип хәбәр итте БР Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы начальнигы Зифа Әбүбәкирова. Былтырғыға ҡарағанда был һан 4,8 процентҡа йәки 1346 теркәлеүгә кәмерәк.
Яңы тыуған сабыйҙарҙың 50 проценты – ғаиләлә беренсе бала, 35% – икенсе, 10% - өсөнсө, 3% – дүртенсе, 2% – бишенсе.
Өфөлә тыуым 0,4 процентҡа йәки 29 теркәлеүгә кәмегән һәм тыуыу тураһында 7 228 акт тәшкил иткән. Стәрлетамаҡта яңы тыуған балалар һаны былтырғыһы менән тап килә - 1 952.
Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуған. Тәүгеләре – 13 691, икенселәре – 13 156. Айырма 805 тәшкил итә. Шул уҡ мәлдә 253 игеҙәк һәм 5 өс игеҙ бала донъяға ауаз һалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика