05:52 (UTC+5), 17 Августа 2011

Башҡортостан делегацияһы Сыктывкарҙа халыҡ-ара туристик конференцияла ҡатнашасаҡ

Любовь Колоколова
19 августа Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты менән Башҡортостандың Туриндустрия союзы вәкилдәре Коми республикаһына барасаҡ. Ике көн дауамында Сыктывкарҙа Халыҡ-ара туристик форум сиктәрендә «Рәсәй Федерацияһында эске һәм тышҡы туризм үҫешендә этномәҙәни факторҙың роле» халыҡ-ара туристик конференцияһы үтәсәк.
Туризм буйынса федераль агетлыҡ һәм Коми Республикаһы Хакимиәте конференцияны ойоштороусылар булып сығыш яһай.
Рәсәй Федерацияһында этнографик һәм экологик туризм төрҙәрен үҫтереүҙең төп проблемаларын анализлау, хәҙерге хәлдәрҙе һәм юғары һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле туристик комплексты формалаштырыу перспективаларын баһалау, шулай уҡ туризм үҫешен планлаштырыуҙың практик мәсьәләләре һәм төбәк, муниципаль кимәлдә рекреация буйынса тәжрибә уртаҡлашыу конференцияның төп маҡсаты иҫәпләнә.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конференцияла төбәк иҡтисадын модернизациялау һәм диверсификациялауҙағы туризм роленә, төбәк һәм муниципаль туристик-рекреацион кластерҙар ойоштороу, туризм өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү һәм дәүләт-шәхси партнерлығын үҫтереү мәсьәләләренә айырым иғтибар биреләсәк.
Конференцияның беренсе көнөндә уның пленар ултырышы сиктәрендә «Этномәҙәни туризмды үҫтереү» һәм « Экологик туризмды үҫтереү» кеүек ике түңәрәк өҫтәл үтәсәк.
Бынан тыш, халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар төбәктең тарихи-мәҙәни һәм этнографик потенциалы менән таныша, шул иҫәптән Печора-Илыч тәбиғи биосфера ҡурсаулығын ҡарай, шулай уҡ «Төньяҡ балҡышы» туристик поезы» төбәк-ара проектын презентациялауҙа ҡатнаша аласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика