Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 17:58
Өфө мәктәптәрендә физкультура уҡытыусылары етмәй
Өфө мәктәптәрендә әлеге ваҡытҡа 24 физкультура уҡытыусыһы етмәй. Шулай уҡ 14 инглиз теле уҡытыусыһы, етешәр физика һәм математика уҡытыусыһы талап ителә. Беренсе класҡа барыусыларҙың һаны артыу сәбәпле 34 башланғыс кластар уҡытыусыһы вакансияһы асыҡ. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллин хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары мәктәптәргә ҡарағанда кадрҙарға нығыраҡ ихтыяж кисерә. Бында шулай уҡ 16 физкультура уҡытыусыһы талап ителә. Бынан тыш, 15 музыкаль етәксе етмәй, тәрбиәсе вакансиялары ла бар.
Автор:
Евгений Рәхимҡолов
Теги:
мәғариф
мәшғүллек
урындағы власть
Читайте нас