Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2011, 12:27

Өфө башлығы туҡталҡаларҙы сүп-сар үләндәренән таҙартыуҙы талап итте

Ҡала башлығы Павел Качкаев ҡала биләмәһендәге автомобилдәр туҡталҡаларын ҡарағура үләндәрҙән таҙартыуҙы талап итте. Уларҙың әлеге торошо бер ҙә шәптән түгел.
Павел Качкаев әйтеүенсә, көн элгәре ул ҡала урамдарынан йөрөп сыҡҡан һәм үлән баҫмаған бер генә туҡталҡаны ла таба алмаған.
— Бынан кешеләр аҙ аҡса эшләмәй бит, — тип билдәләне ҡала башлығы. — Машина ҡуйыу өсөн тәүлегенә кәмендә 100 һум түләргә тура килә.
Павел Качкаев район башлыҡтарын туҡталҡалар торошона иғтибар итергә саҡырҙы һәм тормош кимәле түбәнерәк булһа ла, ҡалалағы бар объекттары ла тәртиптә һәм таҙалыҡта тотолған Белоруссияны өлгө итеп килтерҙе.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: