04:59 (UTC+5), 16 Августа 2011

Башҡортостан вәкилдәре «Кынар кабон» Халыҡ-ара ижади симпозиумында ҡатнаша

«Башинформ»
Ошо көндәрҙә Удмуртияла «Этнофутуристик симпозиум — «Яҡтылыҡ сәнғәте» мегапроект сиктәрендә «Кынар кабон» IV Халыҡ-ара ижади симпозиумы үтә, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы.
Фестиваль-симпозиумда Удмуртия, Мордовия, Башҡортостан, Татарстан, Марий Иле, Эстония, Финляндия, Пермь крайы, Санкт-Петербургтан 20-нән ашыу рәссам һәм ижади кеше ҡатнаша.
Симпозиум барышында һәр рәссамға станокта өс ижади эш башҡарырға тәҡдим ителә. Проект күргәҙмә менән тамамланасаҡ.
Дүртенсе проект - «Кынар кабон» симпозиумы Удмуртияның «Ижкар» ижади берекмәһе» төбәк республика йәмәғәт ойошмаһының «Этнофутуристик симпозиум — «Яҡтылыҡ сәнғәте» мегапроекты дауамы һәм өлөшө, шулай уҡ 1998 йылда ойошторолған «Этнофутуристик фестиваль» мегапроекты дауамы булып тора. Проект 11 халыҡ-ара этнофутуристик фестиваль һәм 3 ижади симпозиум нигеҙен тәшкил итә.
Удмуртия Республикаһының Милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, проект маҡсаты – төрлө быуын рәссамдарын хәҙерге заман һынлы сәнғәтенә йәлеп итеү. Концептуаль фекерләргә, ижади мәсьәләләр ҡуя белергә өйрәтеү, уларҙы текстарҙа ла, визуаль һынланышта ла кәүҙәләндерә белергә, үҙеңдең концепцияңды яҡлап, киң аудитория алдында сығыш яһай белергә өйрәтеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика