12:03 (UTC+5), 15 Августа 2011

Өфөлә «Fresh Point»: тәмәкене һутҡа алмаштырабыҙ» акцияһы старт алды

Әлфиә Әһлиуллина
Бөгөнгө көндән Өфөнөң кафе, клуб һәм ресторан кеүек бер нисә предприятиеһы ниндәйҙер ваҡытҡа үҙенсәлекле бер зонаға әүереләсәк: унда һин биргән бер ҡап тәмәке өсөн һиңә яңы һығып алынған һут тәҡдим итәсәктәр. «Fresh Point»: тәмәкене һутҡа алмаштырабыҙ» акцияһы Kto1 рейтинг клубының эксперттар төркөмө башланғысы менән 15 августа старт алған.
«Башинформ» агентлығына Kto1.ru порталы етәксеһе Артем Клименко хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтарҙы көндөң ниндәй ваҡытында ниндәй һут менән һыйлаясаҡтарын, һәм ҡапта нисә тәмәке булырға тейешлеген – һәр предприятие үҙе билдәләй.
Бөгөн 10-лаған кафе һәм ресторан өфөлөләргә бер ҡап тәмәкене һутҡа алмаштырырға тәҡдим итә. Артем Клименко һүҙҙәренә ҡарағанда, акцияла ҡатнашыусы предприятиелар һаны артасаҡ әле:
— Иғтибарлы булығыҙ: был акцияның махсус логотибы урынлаштырылған һәр ерҙә лә һеҙ тәмәкене һутҡа алмаштыра алаһығыҙ. Һәр тәмәкенең кеше ғүмерен 15 минутҡа ҡыҫҡартҡанын яҡшы беләбеҙ. Сентябрь башында «Fresh Point» акцияһында ҡатнашыусыларҙың нисә минут ғүмерен һаҡлап ҡалғаныбыҙҙы иҫәпләйәсәкбеҙ, - тип хәбәр итте Артем Клименко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика