16:15 (UTC+5), 12 Августа 2011

«Йәшел муйынсаҡ» бөтә Рәсәй матурлыҡ экоконкурсында Башҡортостандан ике һылыу ҡатнашасаҡ

Галина Бахшиева
«ЭКА МИР-2011» экология форумы сиктәрендә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткәреләсәк «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ бәйгеһендә Башҡортостандан ике һылыуҡай ҡатнашасаҡ. Улар - Өфөнән Айгөл Түләкова һәм Октябрьский ҡалаһынан Лилиә Ғәләүетдинова.
— Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 22 авгусҡа тиклем онлайн режимда ҡабул ителә. Сарала экология өлкәһендә әүҙем позициялы һәм экологик проекттар, башланғыстар менән шөғөлләнгән ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Беҙҙең республика исеменән ике ҡыҙ сығыш яһай. Башҡортостандан ҡатнашыусылар һанының артыуы ла мөмкин, сөнки ҡатнашыусылар исемлеге әле ябылмаған. «Йәшел муйынсаҡ» экоконкурсы финалы Краснодар крайында, Ҡара диңгеҙ буйында, 1-7 сентябрҙә «ЭКА МИР-2011» бөтә Рәсәй форумында үтәсәк, - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «ЭКА» төбәк-ара экология йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Латыпова.
Конкурсты ойоштороусылар киләһене күрһәтергә теләй: бөгөнгө көндә гүзәллек – ул матур ҡиәфәт һәм шарм ғына түгел, ә экологик йәһәттән аңлы булыу, эштәрең менән ер-әсәбеҙгә ярҙам итергә теләү һәм әҙер булыу ҙа. Еңеүселәр конкурс символы – йәшел муйынсаҡ, төрлө приздар менән бүләкләнәсәк. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән http://www.eca-planet.com/greenqueen.php сайтында танышырға була.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика