04:31 (UTC+5), 12 Августа 2011

Өфөнән дүрт рәссам Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе проектында ҡатнашасаҡ

Әлфиә Әһлиуллина | фото: Кристина Абрамичева
Өфөнән дүрт рәссам Мәскәү хәҙерге заман күргәҙмәһенә барасаҡ. «Башинформ» агентлығына арт-тәнҡитсе Кристина Абрамичева әйтеүенсә, Тимофей Дорофеев, Максим Холодилин, Ринат Миңнебаев һәм Ринат Волигамси эштәре «Сәнғәт географияға ҡаршы» проектында ҡатнашыу өсөн һайланған.
— Өфө оҫталарының эштәрен 13 сентябрҙән 7 октябргә тиклем Хәҙерге заман сәнғәте үҙәге - Винзаводта күрергә була, - тине тәнҡитсе. Ул шулай уҡ асыу тантанаһының ике тапҡыр булыуын әйтте: тәүгеһе – 13 сентябрҙә һәм икенсеһе, беҙҙең рәссамдар ҡатнашлығында, – 24 сентябрҙә.
Винзавод (www.winzavod.ru) Рәсәй баш ҡалаһында иң модалы һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни майҙансыҡтарҙан һанала. Шуға күрә Өфө рәссамдарының уның проекттарының береһендә ҡатнашыуын өҫталарҙың үҙҙәре өсөн дә, Башҡортостандың хәҙерге заман сәнғәте өсөн дә ҙур ҡаҙаныш тип һанарға була.
Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте күргәҙмәһе Рәсәй мәҙәни сәйәсәтендә мөһим системалы сараларҙың береһе булып тора. Быйыл ул 23 сентябрҙән 30 октябргә тиклем дүртенсегә үткәреләсәк. Программала Мәскәүҙә генә түгел, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Киев һәм Лондонда күрһәтеләсәк 70-кә яҡын махсус проект ҡаралған.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика