05:17 (UTC+5), 12 Август 2011

«Аҡ Торна» конкурсына заявкалар ҡабул итеү 15 августа тамамланасаҡ

Любовь Колоколова
Өфөлә үткәрелгән төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең «Аҡ Торна» Халыҡ-ара конкурсына төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән йөҙгә яҡын эш ҡабул ителгән дә инде.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, шиғырҙар рус теленә башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, төрөк һәм башҡа телдәрҙән тәржемә ителгән. Конкурс географияһы киңәйә, ә конкурс эштәре араһында хәҙерге заман шағирҙарының да, милли классиктарҙың да шиғырҙары тәржемәләре бар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү 15 августа тамамланасаҡ. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, «Мәҙәниәт» ТВ-каналы, «Имидж-Консультант» консалтинг компанияһы, «Бельские просторы» һәм «Ағиҙел» әҙәби-нәфис журналдары.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың үҙ һәләттәрен күрһәтеү генә түгел, аҡсалата бүләк алыу мөмкинлеге лә бар. Һәр номинацияла беренсе урын яулаусыға - 50000 һум, икенсе урын өсөн – 30000 һум, өсөнсө урын алыусыға 15000 һум күләмендә бүләк тапшырыласаҡ. Башҡорт теленән иң яҡшы тәржемә авторына 30000 һум күләмендә жюриның махсус бүләге ҡаралған. Конкурстың ете ҡатнашыусыһы сувенирҙар аласаҡ.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте aktorna.com сайтында, шулай уҡ (347) 291-11-93, 291-11-94, 291-11-95 телефондары буйынса ойоштороу комитетында һәм concurs@aktorna.com электрон почтаһы аша алырға була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика