07:54 (UTC+5), 11 Августа 2011

Иртәнге зарядка йәш өфөлөләрҙе йәлеп итә

Марина Шумилова
Һәр кесе йома һайын өфөлөләр «МегаФон» ойошторған «Зарядке-PARTY» сараһында ҡатнаша ала. Иртәнге сәғәт һигеҙҙә Каруанһарай алдында мәктәп уҡыусылары, студенттар йыйыла, иртәнге марафонда йәш гвардиясылар ҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөн Каруанһарай алдында иллеләп кеше йыйылған, улар өсөн асыҡ һауала физик күнекмәләр яһау – көндөң яҡшы башланыуы. Өҫтәүенә, күнекмәләрҙән һуң барыһын да Өфөнөң популяр ресторандары селтәренән «чемпиондарҙың иртәнге ашы» көтә ине.
— «МегаФон» күп йылдар дауамында Рәсәй спортын пропагандалауҙа әүҙем ҡатнаша, сөнки милләт һаулығы, сәләмәт балалар һәм йәштәр – ул Рәсәйҙең уңышлы киләсәк нигеҙе, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһындағы «МегаФон» компанияһы директоры Михаил Иконников. – Компания Сочиҙа Олимпия һәм Паралимия уйындарының, Ҡаҙанда 2013 йылғы Бөтә донъя йәйге Универсиаданың генераль партнеры булып тора. Беҙҙе спортсылар менән күп нәмә берләштерә - лидерлыҡ, маҡсатлы булыу, үҫеш. Спортта мөһим булған ҡиммәттәр беҙҙең компанияға ла яҡын.
Һәр кесе йома һайын күмәкләп физик күнекмәләр эшләү йәй аҙағынаса дауам итәсәк.
— Бындай иртәнге зарядка үҙеңде яҡшы физик формала тотоу мөмкинлеген генә биреп ҡалмай, кәйефте лә күтәрә, - тип әйтә «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» активистары. – Был – тиҫтерҙәребеҙ өсөн сәләмәт тормош алып барыуҙың сағыу бер өлгөһө. Йәш гвардиясылар барыһы ла сәләмәт тормош яҡлы. Зарядка үткәргән һайын бында күберәк булырыбыҙға ышанабыҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика