Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.78
+0.13
93.13
+0.45
68.84
+0.2
13+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2011, 11:14
Өфөлә «Татарстан — Яңы Быуат» телеканалының корпункты эшкә әҙер
«Татарстан — Яңы Быуат» телеканалының Өфөләге корпункты айына егерме сюжет төшөрөргә тейеш. Хисап алдағы дүшәмбенән башлана, бөгөн тантаналы саралар үтте – матбуғат конференцияһы, офисты асыу һәм тантаналы мәжлес. Уларҙы үткәреү өсөн ике урынбаҫары менән телеканал директоры Илшат Әминов шәхсән үҙе килде. Телерадиокомпания Татарстанда эре медиахолдинг булып тора һәм татарҙар һаны күп булған ҡалаларҙа корпункттарын әүҙем аса. Шулай итеп, телеканал бер юлы үҙ аудиторияһын арттыра һәм реклама медиа баҙарында төбәк позицияларын нығыта.
— Мәскәү, Екатеринбург, Төмән һәм Ижевск ҡалаларынан һуң Өфөләге корпункт – бишенсе. Журналистар күрше республика тураһында позитив материалдар әҙерләйәсәк, - тип вәғәҙәләне Илшат Әминов.
Корпункт барлыҡ кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған, унда Татарстан Президенты Рөстәм Миңнехановтың портреты ла, телеканал логотибы төшөрөлгән фирма сынаяҡтары ла бар. «Татарстан — Яңы Быуат» телеканалының Өфөләге хеҙмәткәрҙәре «Форд Фокус» автомобилендә йөрөйәсәк, монтажлау өҫтәле һәм яңы камера эшкә әҙер.
БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Ғәлим Яҡупов һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рәмис Дәүләтбаев хеҙмәттәштәрен ҡотларға килде.
Автор:
Ольга Муртазина | фото: Андрей Старостин
Теги:
киң мәғлүмәт саралары
Читайте нас: