11:32 (UTC+5), 10 Августа 2011

Өфөлә тәүге мосолмандар китапханаһы асыласаҡ

Евгений Рәхимҡолов
Тәүге мосолмандар китапханаһы Өфөлә 1 сентябрҙә асыласаҡ. Әлеге ваҡытта китаптар һайлау һәм китапхананы асыуға әҙерләү менән «Байтул Мал» шәфҡәтлелек фонды мәшғүл. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Фонд директоры Артур Насибуллов хәбәр итте.
— Беҙ ике маҡсат менән эшләйбеҙ, - тип комментарий бирҙе ул. – Беренсенән, ислам тураһындағы мәғлүмәт менән һәр кем таныша алһын өсөн. Икенсенән, кешеләр китап һатып алыуға ҡулланған аҡсаларын ғаилә бюджетына йүнәлтә алһын өсөн. Барлыҡ китаптарҙы ла һатып алып бөтөп булмай бит – китап магазиндарында күҙҙәр ҡамаша. Ә махсуслаштырылған китапханала уларҙы билдәле бер ваҡытҡа бушлай алырға була.
Буласаҡ мосолмандар китапханаһы өсөн китаптар «Мәҙинә» нәшриәте менән бергә һайлана. Китаптар ойошмаларҙан һәм айырым кешеләрҙән ҡабул ителә. Улар барыһы ла алдан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Рәсәй ислам университетының эксперттар советын үтә.
Китаптар, башҡа китапханаларҙа кеүек үк, билеттар буйынса биреләсәк. Китапхана Октябрь проспекты, 85/2 адресы буйынса урынлашасаҡ. Китаптар фонды башта бәләкәй булһа ла, аҙаҡтан уны ҙурайтырға планлаштырыла. Бынан тыш, «Байтул Мал» фонды балалар йорттары һәм приюттар өсөн дә китаптар йыя.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика