15:00 (UTC+5), 08 Августа 2011

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов абсолют чемпион Рәдиф Аҡсуринға Кубокты шәхсән үҙе тапшырҙы

Дмитрий Слезин | фото: Дмитрий Слезин
Өфөлә «Динамо» стадионында һабантуйҙа еңеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогына көрәш буйынса асыҡ республика турниры-2011 тамамланды.
Турнирҙы ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Милли көрәш федерацияһы сығыш яһаны.
Сарала республиканың 160-тан ашыу спортсылары көс һынашты.
Ярышҡа ҡунаҡтар – милли көрәш ветерандары ла саҡырылды, улар өсөн был осрашыу сираттағы спорт байрамына әүерелде.
Турнирҙы асыу тантанаһында Ринат Байымов, Рәфис Лоҡманов етәкселегендәге барабансылар шоуы һәм Диана Ишниязова кеүек башҡорт эстрада йондоҙҙары ҡатнашты.
«Динамо» спорткомплексында алыштар ҙа ҡыҙыу барҙы. Ярыштарҙа ҡатнашҡан спортсылар йәше: өлкәндәр – 19 йәштән алып, ветерандар – 50 йәштән алып.
Ауырлыҡ категориялары: ветерандар (70, 90 килограмға тиклем, 90 килограмдан ашыу) һәм өлкәндәр (60, 70, 80, 90, 100 килограмға тиклем).
Әлбиттә, төп алыш – десертҡа. Абсолют еңеүсе исеменә көрәштә Киров районы вәкиле Рәдиф Аҡсурин менән йәш Мәләүез батыры Мансур Юлтимеров осрашты. Был компромисһыҙ алыш барышын трибунанан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күҙәтте.
Ә еңеүсене автомобиль – «Шанс» (ZAZ Chance) маркалы өр яңы заманса «Запорожец» көтә ине.
Алыш бик көсөргәнешле барҙы, һөҙөмтәлә Аҡсурин еңеү яуланы.
Рөстәм Зәки улы ярышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Кубок эйәһен шәхсән үҙе ҡотланы. Президент республикаға бындай батыр егеттәрҙең кәрәклеген белдерҙе һәм был милли спорт төрөнә һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙәләне.
Абсолют чемпион Аҡсурин иптәштәренә команда бүләге лә эләкте – яңы көрәш келәме. Икенсе урынды Саҡмағош батырҙары яулаһа, өсөнсө урында – Стәрлетамаҡ көрәшселәре.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика