10:52 (UTC+5), 04 Августа 2011

Башҡортостан инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуға 19 миллион һум аҡса бүләсәк

Эльмира Сабирова
Башҡортостан властары 2011 йылда инвалид балаларҙы дистанцион уҡытыуға 19 миллион һум бүләсәк, йәнә 46 миллион федераль бюджеттан ебәреләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығында хәбәр иттеләр.
— Барлыҡ аҡсалар ҡорамалдар алыуға, уларҙы монтажлауға, тоташтырыуға һәм педагогтарҙы, инвалид балаларҙың ата-әсәләрен уҡытыуға йүнәлтеләсәк, - тип асыҡланы БР Мәғариф министрлығының махсус белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты Любовь Еремеева.
Балалар компьютер, сканер, фотоаппарат кеүек кәрәкле ҡорамалдар комплекты менән тәьмин ителәсәк. Алынған средстволар ярҙамында тағы 150 бала яңы уҡыу йылында өйҙә уҡыясаҡ.
Төбәктә компьютер технологиялары һәм интернет селтәре ярҙамында йәмғеһе 197 инвалид бала белем ала.
— 2010 йылда Өфөнөң VI төр 13-сө махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты нигеҙендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәге эшләй башланы. Һуңыраҡ беҙ был үҙәктең филиалдарын Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында астыҡ, - тип әйтә Любовь Еремеева. – Шулай уҡ улар яҡындағы район һәм ҡалаларҙан балаларҙы уҡыта. Һәр береһе унға яҡын территория менән эшләй.
Балаларға рус теле һәм математика буйынса белем биреү өсөн уҡытыусылар өйгә килә, ә мотлаҡ программаның башҡа предметтарын уҡыусылар интернет селтәре аша өйрәнә.
Ләкин балаларҙы бер бүлмә сиктәрендә тотмаҫ өсөн, уларҙы педагогтар менән аралашыу, сараларҙа ҡатнашыу маҡсатында Өфөнөң уҡытыу үҙәгенә һәм филиалдарға алып баралар. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар йәмғиәттән айырмалы рәүештә йәшәргә тейеш түгел, тип иҫәпләйҙәр мәғариф ведомствоһында.
Һәм йәнә 500 инвалид бала бөгөнгө көнгә республикала дистанцион уҡытыуға мохтаж.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика