04:19 (UTC+5), 02 Август 2011

Рөстәм Хәмитов 5-се республика мәктәп-интернатының яңы спорт комплексы төҙөлөшөн тикшерҙе

Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
30 августа спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр өй туйлаясаҡ. 1 сентябрҙән улар спорт менән яңы корпуста шөғөлләнәсәк.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 29 июлдә былтыр төҙөлә башлаған заманса күп функциялы спорт комплесын ҡараны. Уҡыу йорто директоры Геннадий Голдович республика башлығын йәшәү һәм күнекмәләр циклын яһау өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған яңы бина менән ҙур ғорурлыҡ менән таныштырҙы. Бында дүрт зал бар. Шулай уҡ һигеҙ сисенеү бүлмәһе, медицина кабинеты, душ бүлмәләре, тренерҙар бүлмәһе, гардероб бар. Бинаның дөйөм майҙаны – биш мең квадрат метр.
Комплекс эргәһендә күнекмә үткәреү стадионы төҙөлгән.
Әлеге ваҡытта мәктәпкә 280 бала йөрөй. Улар бөтә республиканан килгән һәләтле һәм перспективалы балалар, барыһы ла интернатта йәшәй.
— Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ тиһәк, һәр ваҡыт күнекмәләр яһау мотлаҡ, - тине Президент менән һөйләшкәндә Геннадий Голдович. – Берҙәм майҙансыҡ булмағанлыҡтан, бөгөнгө көнгә тиклем ул процесс ауырлашҡайны, балаларға ҡала буйлап йөрөргә тура килде. Быға ваҡыт та, көс тә сарыф ителә ине.
Комплексты ҡараған ваҡытта Рөстәм Хәмитов уның проектлаусыһының кем булыуы менән ҡыҙыҡһынды.
— «Башкиргражданпроект», — тип яуапланылар Президентҡа.
— Мәктәп-интернатты спорт корпусы менән йылы үткәүел тоташтыра, - тине Геннадий Голодович.
Республика башлығы шулай уҡ төҙөлөш материалдарының, спорт ҡорамалдарының сифатын баһаланы. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов көйәрмәндәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте.
— Спортсыларға тамашасы кәрәк, тимәк, трибуналар булдырыу мотлаҡ, - тине Президент.
Һөйләшеү барышында Геннадий Голдович республика башлығы менән интернатта урындар етмәү мәсьәләһе менән бүлеште.
— Беҙ бында иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәрәсәкбеҙ, - тине ул Президентҡа мөрәжәғәт итеп. – Ләкин минең, директор булараҡ, шунда уҡ проблемалар килеп тыуасаҡ. Интернатта урындар етмәй. Ярыштар үткәрелһә, мин Өфө тәрбиәләнеүселәрен өйҙәренә ҡайтарырға мәжбүр булам. Был үҙ сиратында уҡыуҙағы һәм күнекмәләр яһау процессындағы өҙөклөктәргә килтерәсәк. Беҙгә тағы ике ятаҡ төҙөргә кәрәк, бының өсөн урын да бар.
Башҡортостан Президенты был башланғысты хупланы һәм кәрәкле аҡсалар 2012 йылғы республика бюджетынан эҙләп табыласағын әйтте.
— Барыһын да аҙағынаса еткереү зарур. Һеҙ техник йәһәттән самалағыҙ, бының өсөн күпме аҡса кәрәклеген иҫәпләгеҙ, ә беҙ мөмкинлектәребеҙҙе ҡарарбыҙ. Мин комплекстың тулыһынса төҙөлөп бөтөү, төҙөлөштәге өҙөклөктәр булмау яҡлы, - тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика