Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2011, 14:08

Эҫе һауа торошо Башҡортостанда һалҡын атмосфера фронты менән алышынасаҡ

Эҫелек Башҡортостанда кәмей төшә. «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итеүенсә, һауа температураһы дүшәмбенән башлап түбәнәйәсәк.
— Яуым-төшөм һәм ел булыу сәбәпле алдағы көндәрҙә ул тиклем эҫе булмаясаҡ, - тине Анна Козаева. – Йәкшәмбелә Башҡортостанға һалҡын фронт үтеп инәсәк. Көндөҙ республиканың төньяҡ райондарында 22-23 градус булыуы көтөлә. Көньяҡ райондарында – 30 градусҡа тиклем.
Алдағы аҙнаның урталарынан көндөҙгө иң юғары температура 16-21 градус буласаҡ. Төндә 5-10 градус йылылыҡ көтөлә.
Автор: Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас