Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июль 2011, 12:05

Көҙ Башҡортостанда граждандарҙы яҡлау айлығы үтәсәк

Ағымдағы йылдың 4 сентябренән 4 октябренә тиклем республикала граждандарҙы яҡлау айлығы үтәсәк. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.
Сара халыҡты һәм республика территорияларын тыныс һәм һуғыш ваҡытында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауға әҙерлекте арттырыу маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Үткән йылдарҙағы кеүек «хәүефһеҙлек көндәре» сиктәрендә уҡыу йорттарында «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» курсы буйынса тематик конкурстар һәм викториналар үткәреү планлаштырыла.
Янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ветерандары республикалағы предприятие һәм ойошма етәкселәре менән осрашыуҙар үткәрәсәк. Унда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, үҙеңә һәм бер-береңә ярҙам итеү саралары тураһында әйтеләсәк.
Автор: Сергей Захаров
Читайте нас