Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
16+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2011, 19:35
Өфөлә «Мин исламды өйрәнәм» балалар конкурсы үтәсәк
28 июлдә Өфөнөң «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә балалар өсөн «Мин исламды өйрәнәм» конкурсы үтәсәк. Сараның ойоштороусыһы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты.
Конкурс барышында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ҡарамағындағы йәйге лагерҙа ял итеүсе һәм белем алыусы балалар Ҡөрьән уҡыу оҫталыҡтарын, шәриғәт ҡанундарын, аяттарҙы, пәйғәмбәрҙәр тормошо тарихын белеүҙәрен күрһәтәсәк. Еңеүселәр ике төркөмдә билдәләнәсәк – 5-11 йәшлек балалар өсөн төркөм һәм 12-17 йәшлектәр өсөн төркөм. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләктәр аласаҡ.
Автор:
Тимур Рәхмәтуллин
Теги:
дин
конкурстар
балалар
Читайте нас: