— Байрамда көн матур торор, тип ышанам, - тип әйтә Ксения Ғилфанова. – Беҙ балалар менән яҡындағы һыу ятҡылығына барып, һыу төшәсәкбеҙ һәм төрлө уйын, конкурс, ижади ярыштар үткәрәсәкбеҙ.
Балалар был матур байрамдың айышына тулыһынса төшөнһөн өсөн, «Яңы Тәтешле» тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре сараны махсус рәүештә Нептун көнө тип атағандар.