Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2011, 17:45
Өфөнөң Ленин урамы ремонтҡа ябыласаҡ
15 июлдә Өфөнөң Ленин урамы ремонтҡа ябыласаҡ. Һүҙ юлдың Коммунистик урамы менән киҫешкән урындағы бер өлөшө хаҡында бара. Унда һыу үткәргес ремонтланасаҡ. Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, ремонт эштәре йома көнө кис башланасаҡ һәм дүшәмбелә иртәнсәк тамамланасаҡ. Шулай итеп, юлдың күрһәтелгән өлөшөндә юл хәрәкәте 15 июлдә 22 сәғәттә ябыласаҡ һәм 18 июлдә 6.00 сәғәттә асыласаҡ.
Автомобиль йөрөтөүселәргә юл схемаһын алдан уҡ уйлап ҡуйырға кәрәк. Пассажирҙар транспорты эргәләге юлдарҙан йөрөйәсәк. 25, 211, 216, 219а, 224, 226, 228, 243, 249, 255, 266, 285, 290-сы маршруттарының ваҡытлыса үҙгәрештәре хаҡында баш ҡала хакимиәтенең сайтында белергә була.
Автор:
Әлфиә Шәрәфетдинова
Теги:
транспорт
юл хәрәкәте
ремонт
Читайте нас