08:39 (UTC+5), 14 Июля 2011

Тәтешле районында «Усточикар» балалар удмурт лагеры үтәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
1-10 августа Тәтешле районының Вязовка ауылында «Усточикар» («Оҫталар ҡалаһы») төбәк-ара удмурт ижади лагеры үтәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Ксения Ғилфанова.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, республиканың бер нисә район хакимиәттәре ярҙамында Комаров исемендәге балалар сәләмәтләндереү лагеры нигеҙендә лагерь 2003 йылдан алып туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә.
Лагерға 100 бала киләсәк: 75 – Башҡортостандан (Ҡалтасы, Яңауыл, Борай, Балтас, Кушнаренко, Тәтешле һәм Йәрмәкәй райондары), 15 – Пермь крайынан, 10 – Удмуртиянан.
Белгестәр лагерь тәрбиәләнеүселәрен эстрада оҫталығы, милли фольклор, туҡыусылыҡ, удмурт әҙәбиәте, информацион технологиялар, журналистика, ҡайын туҙы һәм һалам менән эш итеү сәнғәте серҙәренә төшөндөрәсәк. Балалар мөмкинлек булған тиклем үҙҙәре менән портатив компьютерҙар (ноутбуктар, нетбуктар, планшеттар) алып килеп, презентациялар әҙерләйәсәк. Әҙәби йәһәттән һәләтлеләр удмурт телендә шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәрен яҙырға өйрәнәсәк. Иң яҡшы әҫәрҙәр удмурт телендәге урындағы «Ошмес» гәзитендә баҫтырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика