Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2011, 15:38

Башҡортостанда яҡынса 254 мең бала һәм үҫмер ойошҡан ялға йәлеп ителгән

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ялдың, сәләмәтләндереүҙең һәм мәшғүллектең барлыҡ төрҙәренә яҡынса 254 мең бала һәм үҫмер йәлеп ителгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге баш белгес-эксперты Рәмзиә Бикҡужина хәбәр итте.
Ведомствонан асыҡлауҙарынса, уҡыусылар өсөн элеккесә көндөҙгө ял үҙәктәре эшләй, 93 ҡала ситендәге лагерҙа 27500-ҙән артыҡ бала ял итә, 37 санаторийҙа 9954 кеше дауалана, 1059 хеҙмәт берекмәһенә - 32 мең, 253 профилле лагерға - 11 мең, ялдың аҙ сығымлы формаларына 51 мең үҫмер йәлеп ителгән.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: