07:52 (UTC+5), 12 Июля 2011

Талҡаҫ күле янында балалар этномәҙәни лагеры эшләй

Тимур Рәхмәтуллин
8-21 августа Баймаҡ районының Талҡаҫ күле ярындағы «Орленок» лагеры биләмәһендә балалар этномәҙәни лингвистик лагеры үтәсәк. Ойоштороусылары - «Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Баймаҡ районы хакимиәте ҡарамағындағы йәштәр бүлеге.
Лагерҙа Башҡортостандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 50 бала ял итәсәк. Улар башҡорт телен өйрәнәсәк һәм башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышасаҡ. Программала Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә, Темәс ауылындағы музейға һәм Зәки Вәлиди исеме менән бәйле тарихи урындарға барыу ҡаралған.
— Башҡортостандан ситтә йәшәүсе башҡорттар һаны әҙ түгел, - тип әйтә «Темәс» тарихи-мәҙәни үҙәге мөдире Нур Күлмырҙин. – Шуның өсөн балалар күрше төбәктәрҙән 14 көн эсендә башҡорт халҡының мәҙәниәте, йолалары, теле һәм көн-күреше менән танышырға килә.
Уның әйтеүенсә, лагерҙа барлыҡ саралар тик башҡорт телендә үтәсәк. Башҡа телдәрҙә аралашыу кәметеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика