08:19 (UTC+5), 11 Июля 2011

Дәүләкән халҡы медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға мохтаж

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
Үҙәк район дауаханаһы корпусының төҙөлөп бөтмәүе арҡаһында Дәүләкән ҡалаһы һәм районында халыҡты медицина яғынан хеҙмәтләндереүҙә ҡатмарлы хәлдәр күҙәтелә. Эштәр торошо менән урында 9 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.
Корпус 2006 йылда төҙөлә башлаған. Объект сираттағы һаулыҡ һаҡлау буйынса республика советы алдынан тәүге пациенттарын ҡабул итәсәк, тип планлаштырыла. Әммә 2009 йылда финанслауҙың етешмәүе арҡаһында эштәр туҡталып ҡала. Уның осона сығыу өсөн 70 млн һум самаһы аҡса кәрәк. Медицина ҡорамалдары һатып алыу өсөн тағы 80 млн һум талап ителә. Дауахананың баш табибы Лилиә Исламова әйтеүенсә, беренсе ҡатта эштәрҙең күп өлөшө тамамланған. Бинаға тулыһынса коммуникациялар үткәрелгән. Әммә һауа алмаштырыу системаһы юҡ һәм биҙәкләү эштәре башҡарылмаған.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика райондары буйлап сәфәргә сыҡҡанда уға бик йыш төҙөлөп бөтмәгән социаль объекттарҙы күрергә тура килә. Табиптар республика башлығына ике йыл элек әүәлге Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеүҙәре, ләкин кәрәкле 50 млн урынына был сумманың яртыһы ғына бүленеүе хаҡында әйтте.
Корпус төҙөлөп бөтһә, халыҡты медицина яғынан хеҙмәтләндереү мәсьәләһе башҡаса ҡуҙғатылмаясаҡ, тип ышандырҙылар Президентты табиптар. Эштәрҙе тамамлауға ҙур сумма талап ителә, ләкин республика етәкселеге был ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Медиктар менән осрашыуҙа поликлинала биналар етмәү проблемаһы ла билдәләнде. Бер кабинетта алмашлап өс белгес ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта яҡында ғына үҙгәртеү ҡороу һөҙөмтәһендә бушаған Роспотребнадзор бинаһы тора. Башҡортостан етәкселеге ҡатнашлығында уның урындағы поликиклиникаға бирелеүе лә ихтимал.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика