Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2011, 17:29
Тәтешле районында янғында өс кеше һәләк булған
Бөгөн төндә Тәтешле районының янғын һүндереүселәрен Илмәт ауылына саҡыртҡандар. Кешеләр ағас йортоноң дөрләп яныуы хаҡында әйткән. Янғын һағы эшселәре күрше йорттарҙы янғындан һаҡлап өлгөргән. Ут һүндергән ваҡытта янғын һүндереүселәр өс мәйет тапҡан. Илмәттә йәшәүселәр 58 йәшлек һәм 32 йәшлек ауыл кешеләрен таныған, өсөнсө кешенең кемлеге әле тикшерелә. Һәләк булыусылар алкоголь менән мауығыусылар сифатында иҫәптә торған. Айыҡ булмаған хәлдә тәмәке тартыу янғын сәбәбе булғандыр, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Дәүләт учреждениеһының матбуғат хеҙмәтендә.
Автор:
Ольга Муртазина
Теги:
янғындар
Читайте нас