11:23 (UTC+5), 07 Июль 2011

Өфөгә Италияның Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килде

Әлфиә Әһлиуллина
Өфөгә Италияның Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килде. Сәфәренең төп маҡсаты – республика һәм уның инвестицион мөмкинлектәре менән яҡынданыраҡ танышыу. Визит йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Италияның берлектәге ижади проектын әҙерләү планлаштырыла, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы президенты, ЮНЕСКО халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы Владислав Пегов.
Уның билдәләүенсә, проект Рәсәйҙә - Италия, Италияла Рәсәй йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ һәм ике илдең, атап әйткәндә, Башҡортостан менән Италия рәссамдарының мәҙәни бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
— Бөгөн Италияла бихисап ватандаштарыбыҙ, шул иҫәптән рәссамдарыбыҙ йәшәй. Улар итальян коллегалары менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырған. Ошо контакттар нигеҙендә берлектәге башҡорт-итальян ижади проектын эшләү тураһында фекер тыуҙы, — тип өҫтәне Владислав Пегов.
Массимилиано Панеро Башҡортостанда дүрт көн буласаҡ. Уның власть, бизнес-берләшмә вәкилдәре һәм, әлбиттә, һынлы сәнғәт хеҙмәткәрҙәре менән эш осрашыуҙары планлаштырылған. Мәҫәлән, йома көндө, 8 июлдә, Өфөнөң Конгресс-холында БР Рәссамдар союзының конференцияһы ойоштороласаҡ, уның сиктәрендә төбәк рәссамдары картиналарының күргәҙмәһе үтәсәк. Ошо конференция йомғаҡтары буйынса Италияның Пьемонт провинцияһындағы Турин ҡалаһында үтәсәк халыҡ-ара сәнғәт проектында ҡатнашыуға эштәр һайлап алынасаҡ.
Планлаштырылыуынса, башҡорт-итальян проекты сиктәрендәге тәүге күргәҙмә Италияла сентябрҙә үк үтәсәк. Үҙ сиратында Италия яғы үҙҙәренең оҫталарының күргәҙмәһен Өфөлә ноябрь-декабрҙә ойошторорға тәҡдим итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика