Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2011, 14:01

Башҡортостандан Рөстәм Арсланов Мәскәү һабантуйында иң яҡшы көрәшсе исеменә лайыҡ булды

Республика спортсылары Мәскәүҙә үткән милли һабантуй байрамында уңышлы сығыш яһаны. Башҡортостандан Рөстәм Арсланов иң шәп көрәшсе исеменә лайыҡ булды.
Бер генә һабантуй ҙа көрәшһеҙ үтмәй. Майҙанда өс ауырлыҡ категорияһында Рәсәйҙең иң яҡшы вәкилдәре көс һынашты. Иң яҡшы көрәшсе исеменә Татарстан, Түбәнге Новгород өлкәһе, Ҡарасәй-Черкессия һәм Рәсәйҙең баш ҡалаһы спортсылары дәғүә итте.
Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының физик әҙерлек буйынса уҡытыусыһы Рөстәм Арсланов Башҡортостан данын яҡлап, лайыҡлы сығыш яһаны. Ул 85 килограмдан ашыу ауырлыҡ категрияһында 15 көрәшсе араһында иң яҡшыһы булды. Рөстәм — мастерҙар араһында дзюдо буйынса 2011 йылғы донъя чемпионы. Рөстәм баш ҡала һабантуйында өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Былтыр ҙа призерҙар иҫәбенә инде. Был спорт миҙгелендә башҡорт спортсыһына уңыш йылмайҙы, һәм ул почет пьедесталының юғары баҫҡысына күтәрелде.
75 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды Мәләүез районының Ергән ауылынан Альберт Рәхмәтуллин яуланы. Ә Руслан Исламов 85 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында дүртенсе урын алды.
— Милли байрам «Коломна» музей-ҡурсаулығында беренсе тапҡыр үтте, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең ижтимағи-сәйәси бүлеге начальнигы Азат Ғәфүров. — Мәскәү йылғаһы буйында, йәмле тәбиғәт ҡосағында ысын башҡорт ауылы барлыҡҡа килде.
Асҡын районы вәкилдәре ҙур булмаған аҡланда ағастар араһында асыҡ һауалағы музей менән этнографик тирмә ҡуйҙы. Байрам ҡунаҡтары ҙур теләк менән республиканың был төбәген төйәк иткән хайуандарҙың толоптарын ҡараны. Бында ҡабан да, һеләүһен дә, хатта урмандар батшаһы айыу ҙа бар ине.
Махсус рәүештә сығарылған мейестә оҫтабикәләр күпереп торған ҡоймаҡ бешереп, ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Башҡорт ауылын «Ағиҙел» производство берекмәһенең һәм Өфө районының тирмәләре лә байытты. Милли сувенирҙар һәм традицион эсемлек – ҡымыҙҙы «Китап» нәшриәте, «Салауат» ательеһы, 119-сы йылҡысылыҡ заводы хеҙмәткәрҙәре тәҡдим итте.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: