18:01 (UTC+5), 05 Июля 2011

ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең дәүләт театрҙары етәкселәре советы ойошторолдо

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы ҡарамағында Дәүләт театрҙары етәкселәре советы булдырылды. Анталья ҡалаһында Төркиә Республикаһы Мәҙәниәт һәм туризм министрлығының Дәүләт театрҙары генераль дирекцияһы менән берлектә ТӨРКСОЙ генераль секретариаты менән ойошторолған ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең милли/дәүләт академия драма театрҙары директорҙары ултырышында бындай Совет ойоштороу тураһында ҡарар ителгәйне.
Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Сыуашстан, Башҡортостан, Татарстан, Ҡырғыҙстан, Хакасия, төрөк Кипры, Алтай театрҙары директорҙары милли театрҙарҙың иң көнүҙәк мәсьәләләрен көн тәртибенә сығарҙы. Һәр мәҙәниәт учреждениеһы вәкиле теге йәки был тәҡдимдәрен индереп, үҙенең илендәге йәки республикаһындағы театрҙарҙың хәле тураһында һөйләне.
Ултырыш ойошманың генераль секретариаты ҡарамағында ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең дәүләт театрҙары етәкселәре советын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте. Совет рәйесе итеп бер тауыштан Азербайжан дәүләт милли академия драма театры директоры Исрафил Исрафилов һайланды. Әйткәндәй, Совет рәйесе итеп йыл һайын ТӨРКСОЙ составына ингән теге йәки был ил, республика вәкиле һайланасаҡ.
Ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә, ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең дәүләт театрҙары етәкселәре советы ҡатнашыусы илдәрҙең театрҙарына яңы ҡараш һәм сәнғәттең был өлкәһен үҫтереүҙә берлектәге хеҙмәттәшлеккә ныҡлы нигеҙ булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Мәҫәлән, Совет ярҙамында белгестәр – актерҙар, техник персонал менән ижади алмашыу, бөтә донъя буйлап гастроль турнеһы ойоштороласаҡ.
Шуныһы ла мөһим: төрки телле театрҙар өсөн театр сәнғәте ярҙамында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатында берлектәге фестивалдәр үткәреләсәк, төрлө наградалар булдырыласаҡ.
Атап әйткәндә, 2012 йылда Баҡыла азербайжан яҙыусыһы, философ-материалист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ахундзаде Мирза Фаталиҙың тыуыуына 200 йыл тулыуына арналған фестиваль үтәсәк. Шулай уҡ яҡын киләсәктә Совет ағзалары араһында оператив рәүештә мәғлүмәт менән алмашыу өсөн үҙҙәренең сайтын булдырыу планлаштырыла. Ошо арала ТӨРСОЙ ағзаһы илдәренең дәүләт академия драма театрҙары директорҙары советы төрки донъяһы театрҙарын берләштереү өҫтөндә эшләй башлаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика