Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
14+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2011, 09:42

Үҙәк хәрби округында хәрби хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса айлыҡ старт алды

Үҙәк хәрби округы биләмәһендә урынлашҡан барлыҡ хәрби частарҙа һәм подразделениеларҙа травматизмды иҫкәртеүгә, хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында суицидтарҙы һәм уставҡа һыймаған мөнәсәбәттәрҙе профилактикалауға йүнәлтелгән саралар башланды.
Үҙәк хәрби округының мәғлүмәт менән тәьмин итеү төркөмөнән хәбәр итеүҙәренсә, ойоштороу, мәғлүмәти, инструкторлыҡ-методик һәм күрһәтмә дәрестәр округ командованиеһы вәкилдәре ҡатнашлығында үтәсәк.
Планда экологик һәм электрға бәйле хәүефһеҙлек, санитар-эпидемиологик тәьминәт көндәрен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге аҙналығын үткәреү ҡаралған.
Хәрбиҙәрҙең ғәскәрҙәрҙең хәрби әҙерлеге барышындағы, ҡарауыл хеҙмәтендә торғандағы, ҡорал, боеприпастар, шартлаусан матдәләр һәм техника менән файҙаланғандағы эшмәкәрлегенә айырым иғтибар биреләсәк.
Айлыҡ 1 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас: