11:51 (UTC+5), 04 Июля 2011

Башҡортостандың Бөрө районындағы понтон күпере шишәмбелә тергеҙеләсәк

Любовь Колоколова
Башҡортостандың Бөрө районындағы Ағиҙел йылғаһы аша һалынған понтон автомобиль күперендә юл хәрәкәте иртәгә төшкә тиклем тергеҙеләсәк. Кисәге ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә емерелгән күперҙә бөгөн ремонт эштәре алып барыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан йылға пароходсылығы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Владимир Фролов хәбәр итте.
Иҫкә төшөрәйек, инцидент йәкшәмбе көндө, урындағы ваҡыт менән 21 сәғәт 30 минутта, Бөрө күпере аҫтынан техник флоты суднолары үткәндә була. Бәхеткә күрә, күперҙә был ваҡытта берәү ҙә булмай, шуға зыян күреүселәр ҙә юҡ. Состав ҙур тиҙлектә күперҙең күтәрелә торған өлөшөнә төкөй, һөҙөмтәлә күпер нығытмаһының бер яғы – ҡоролманы ярға беркетеүсе махсус күгәндәр өҙөлә.
Әлеге ваҡытта күпергә бәрелеү сәбәптәрен һәм ғәйеплеләрҙе билдәләү буйынса махсус комиссия эшләй.
Бөрө районында автотранспорт әлегә урау юлдан йөрөй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика