10:50 (UTC+5), 04 Июля 2011

Ҡалтасы районында «Ший Кандыра» мари бейеүе фестивале үтәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
16 июлдә Ҡалтасы ауылында «Ший Кандыра» («Көмөш бау») Беренсе асыҡ мари бейеүе фестиваль-конкурсы үтәсәк. Бында бейергә Башҡортостандан, Мари Иленән, Удмуртиянан, Киров, Свердловск, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Пермь крайынан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән киләсәктәр. Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәгенең төбәктәге филиалы, Ҡалтасы районы хакимиәте, «Веревочка» Көнсығыш мариҙарының ауыл бейеүҙәрен яратыусылар йәмғиәте.
Әйтеп үтергә кәрәк, көнсығыш мариҙарының «Кандыра» традицион бейеүе – донъяла һаҡланып ҡалынған сәхнә өсөн яраҡлаштырылмаған иң һирәк күмәк бейеүҙәрҙең береһе. Көнсығыш мариҙарҙа «кандыра пунымаш» әлеге көндә лә бик популяр. Уның бер-нисә километрға һуҙылыуы мөмкин һәм унда биштән алып биш меңгә тиклем кеше бейей ала. «Кандыра» – бейеү-доға ҡылыу, «ғаләмгә мөрәжәғәт». Был бейеү йыһан гармонияһын яңырта, тип һанала. Тарихсылар әйтеүенсә, 1814 йылда мари хәрбиҙәре уны яулап алынған Париж урамдарында бейегән.
Фестивалдә ҡатнашыусылар «Кандыра» бейеүенең оҙонлоғо - Ҡалтасының төп урамдарының береһендә һуҙыласаҡ бейеү сылбыры буйынса донъя рекордын ҡуйырға ниәтләй.
2014 йылда Парижда был мари бейеүенең 200 йыллыҡ юбилейын билдәләү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика