17:23 (UTC+5), 01 Июля 2011

Мәләүездә тәүге социаль туристик маршруттар асылды

Әлим Фәйезов
Беренсе тапҡыр Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһы территорияһында социаль туризмды үҫтереү буйынса пилот проекты старт алды. Оло йәштәге һәм инвалид туристар республика, Рәсәй һәм сит ил буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеген аласаҡ. Мәләүездә сциаль туристар өсөн беренсе туристик маршруттар ойоштороуҙың инициаторы булып ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә К.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү университетының филиалы сығыш яһаны. Район хакимиәте, Мәләүез автотранспорт предприятиеһы ярҙамында ҡалаларын бала саҡтан белгән беренсе «сәйәхәтселәр» үҙҙәре өсөн уны ҡайтанан асты. 1812 йылғы Ватан һуғышына китеүсе башҡорт яугирҙарының тупланған урыны — бөйөк Көнгәк тауы, тарихи архитектура ҡомартҡылары, Бөйөк ватан һуғышында, ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булғандарға һәйкәл, «Толпар» ат-спорт комплексы, Мәләүездең тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – быларҙың барыһын да оло йәштәге туристар үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
«Башинформ» агентлығына Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Елена Мазиеваның хәбәр итеүенсә, иң әүҙем, эмоциональ һәм ҡыҙыҡһыныусан булараҡ, Мәләүез һәм Ергәндән йыйылған беренсе социаль туристар ҡатын-ҡыҙҙар булды. «Мотлаҡ тағы барасаҡбыҙ. Беҙҙең районда матур урындар шул тиклем күп. Ә хаҡлы ялдағы тормош — быны беҙ хәҙер яҡшы аңлайбыҙ, яңы башлана ғына», - ти күргәҙмә экскурсияла ҡатнашыусылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика