06:32 (UTC+5), 29 Июня 2011

Өфө сәнғәт академияһы студенттары Италияла үткән халыҡ-ара конкурс еңеүселәре иҫәбендә

Әлфиә Әһлиуллина
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары аккордеон, баян, фортепианола уйнаусы йәш башҡарыусыларҙың «Пианелло Валь Тидонэ» халыҡ-ара музыкаль конкурсында тулы бүләктәр комплектын яуланы. Сара Италияның Пианелло ҡалаһында үтте.
«Башинформ» агентлығына Сәнғәт академияһында хәбәр итеүҙәренсә, конкурстың I премияһына «Аккордеон. Баян» номинацияһында Өфө дәүләт сәнғәт академияһының 1 курс студенты, аккордеонсы Жен ХеИн лайыҡ булды. Шул уҡ номинацияла III премияға 3 курс студенты Алмагөл Лоҡманова (профессор Рәжәп Шәйхетдинов класы) эйә булды.
Конкурстың II премияһына «Фортепиано» номинацияһында 1 курс студенты, пианинст О-Южин (профессор Рөстәм Шәйхетдинов класы) лайыҡ булды. Сараның бүләктәр тапшырыу тантанаһы боронғо ҡәлғәлә үткәрелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика