Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2011, 18:09
Рөстәм Хәмитов «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирәсәк
Кесаҙна, 30 июндә, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың онлайн-конференцияһы үтәсәк.
Конференция дауамында, 18.00-дән 19.00-гә тиклем, Башҡортостан Президенты «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирәсәк. 30 июндә 17.45-тән башлап i-gazeta.com сайтына ингән һәр кем Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирә аласаҡ. Һорауығыҙҙы бирер алдынан, уларҙы сайтта баҫтырып сығарыу ҡағиҙәләре менән танышығыҙ (http://i-gazeta.com/conference/rules.php).
Бер сәғәт дауамында беҙҙең сайтта Рөстәм Хәмитовтың интернет селтәренән ҡулланыусылар менән аралашыуының видеотрансляцияһы алып барыласаҡ. Президенттың интернет-конференцияһы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында ла сағылыш табасаҡ.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
бр президенты
онлайн-конференциялар
ижтимағи электрон гәзит
Читайте нас