06:45 (UTC+5), 28 Июнь 2011

Хөкүмәт Йортонда Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттарын тәбрикләнеләр

Әлфиә Әһлиуллина | фото: М. Доровских, А. Данилов
Йәштәр көнөндә, 27 июндә, Хөкүмәт йортонда 2010 йыл өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттарын тәбрикләү тантанаһы үтте. Быйыл комиссияға ҡарауға 10 заявка бирелде, шул иҫәптән береһе ижади коллективтан ине. Өсәүһе - балалар яҙыусыһы Зөлфиә Кускилдина, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты, пианист Искәндәр Ғафаров лауреат тип табылды.
Яңы ғына лауреат исемен алғандарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Зөһрә Рәхмәтуллина, комиссия ағзалары, шулай уҡ лауреаттарҙың яҡындары һәм дуҫтары ҡотланы.
— Йәмғиәт тормошонда йәш быуындың ролен һәм тотҡан урынын ҡайтанан баһалау беҙҙең замандың төп билдәһенә әйләнде, — тип билдәләне үҙенең ҡотлауында БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. – Бөгөнгө глобализация һәм арта барған конкуренция шарттарында тап йәштәргә хас инновацион потенциалды һәм креатив идеяларҙы һөҙөмтәле үҫтерә һәм емешле файҙалана алған илдәр генә стратегик өҫтөнлөктәргә эйә буласаҡ.
Ул, бындай әһәмиәтле премия тапшырыу лауреаттарға яңы үрҙәргә өлгәшеүгә импульс бирәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.
Премьер-министр билдәләрҙе лауреаттарҙың һәр береһенә шәхсән үҙе тапшырҙы.
Лауреаттарҙың береһе – Зөлфиә Кускилдина премияға «Тәмле Яңы йыл» балалар өсөн әкиәттәр һәм хикәйәләр йыйынтығы өсөн лайыҡ булды. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген ул «Аҡбуҙат» республика балалар журналы редакцияһында башлай. Журналда эшләү осоронда балалар өсөн «Чикмалик хәрефтәре» (2006) һәм «Тәмле Яңы йыл» (2010) исемле ике китап сығара. Йәш яҙыусыларҙың «Изге хыял» әҙәби конкурсында ҡатнаша.
— Бөгөн балалар өсөн ижад итеү менән бик аҙҙар ғына шөғөлләнә. Бының өсөн беҙҙҙең геройыбыҙ Зөлфиә Күскилдина кеүек оло йөрәкле булырға кәрәктер, моғайын. Сөнки бала күңелен тойған һәм аңлаған кеше генә китабын «Тәмле Яңы йыл» тип атай алалыр, — тине комиссия ағзаһы, Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры режиссеры Мөсәлим Күлбаев.
Ул йәнә икенсе лауреат, актер Артур Ҡунакбаев менән дә яҡшы таныш булыуын билдәләне. Уларға Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса әҙерләнгән ошондай уҡ исемдәге спектакль өҫтөндә бергә эшләргә тура килгән.
— Артур эшкә уңған һәм һәләтле актер. Ул бик һығылмалы һәм психологияны тәрән тоя, — тип билдәләне Мөсәлим Күлбаев.
Өҫтәп китәйек, Артур Ҡунакбаев «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектаклендә күренекле ғалим һәм сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлидиҙең образын тыуҙырған өсөн Бабич исемендәге премияһына лайыҡ булды.
Театралдар билдәләүенсә, яһалмалыҡтан, уйҙырманан ҡасып, тышҡы эффекттар артынан ҡыумайынса, актер Зәки Вәлиди образын художестволы яҡтан дөрөҫ кәүҙәләндерә.
Артур Ҡунакбаев ҡатнашлығындағы «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» спектакле Төркиәләге Башҡортостан Республикаһы фәне һәм мәҙәниәте көндәрендә (Истанбул, 2010), «Мең һулыш һәм бер тауыш» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә (Конья, 2011) юғары баһа алды.
2010 йыл өсөн йәштәр премияһының өсөнсө һәм иң йәш лауреаты – пианист Искәндәр Ғафаров. Уға ни бары 21 йәш, ул Өфө сәнғәт академияһының өсөнсө курсы студенты. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Искәндәр Италия, Украина, Болгария, Францияла үткән халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе. Үҙенең беренсе концертын ул һигеҙ йәшендә үткәргән.
Искәндәр фортепиано сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәрен сит илдә пропагандалағаны өсөн тыуған республикаһында билдәләнде.
Беҙҙең белешмә. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы 1995 йылда булдырылған һәм республиканың йәш архитекторҙарының, композиторҙарының, яҙыусылар, шағирҙар, рәссамдарының иң яҡшы, халыҡ араһында танылыу алған юғары художестволы әҫәрҙәре, йырсыларҙың, цирк һәм эстрада артистарының, театр, кинотеатр һәм башҡа төрлө тамаша учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең, бейеү, музыкаль һәм эстрада коллективтарының сәхнәлә ҡуйылған юғары профессиональ эштәре өсөн бирелә.
Был премияларға 62 кеше лайыҡ булды.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика