16:30 (UTC+5), 28 Июня 2011

Өфөнөң бәләкәй бейеүселәре халыҡ-ара фестиваль лауреаттары булды

Людмила Терновая
Өфөнөң «Сюрприз» хореографик ансамбле «Болгария дуҫтары» Х халыҡ-ара ижади коллективтар фестивалендә «халыҡ бейеүҙәрендә өлкәндәр төркөмө» номинацияһында икенсе дәрәжәләге лауреат исемен алды.
Фестиваль 20 - 27 июндә Болгарияла үтте. Унда Мәскәүҙән, Екатеринбург, Ырымбур, Камчатканан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм ҡалаларынан килгән коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты. Фестивалдә фольклор, халыҡ, эстрада, классик вокал, халыҡ, эстрада, заманса бейеүҙәр, драма, музыкаль, сәхнә пластикаһы театрҙары, цирк кеүек бөтөн жанрҙар ҙа күрһәтелде.
Профессиональ сәхнәлә ижади сығыштар менән бер рәттән, бәләкәй ҡатнашыусыларға диңгеҙ буйындағы йәйге лагерҙа ял итеү мөмкинлеге лә бирелде.
Белешмә өсөн. «Сюрприз» ансамбле Өфөнөң Дим районындағы 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе нигеҙендә 2001 йылда ойошторола. 2003 йылда ул Мордовияның Саранск ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста балалар сәнғәт мәктәптәренең хореография бүлексәләре араһында икенсе дәрәжәләге лауреат исеменә лайыҡ була. 2009 йылда «Сюрприз»ға «Өлгөлө хореографик ансамбль» исеме бирелә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика