07:07 (UTC+5), 27 Июня 2011

Рөстәм Хәмитов Яңауыл халҡын Ҡала көнө менән ҡотланы

Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Яңауылда Ҡала көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Яңауыл быйыл 20 йыллығын билдәләй. 1991 йылда уға ҡала статусы бирелгән. Әммә ысынында был тораҡ пункты ауыл булараҡ 18 быуаттың 30-сы йылдарында уҡ нигеҙләнгән.
Рөстәм Хәмитов байрамға биҙәлгән башҡорт тирмәһен, рус, мари һәм удмурт ихаталарын ҡараны. Мәҙәниәт йорто сәхнәһенән сығыш яһап, республика башлығы уның өсөн Яңауылдың күңеленә яҡын, абруйлы ҡала булыуын билдәләне. Йәшлек йылдарында уға бында бик күп тапҡыр булырға тура килгән.
— Яңауылға бик теләп килдем, һәм ҡала урамдары буйлап үткәндә, уның йәшел, таҙа булыуын күрҙем. Бында яҡшы кешеләр йәшәй һәм улар ҡаланың үҫешеүен көтә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Һәм көтөп, дөрөҫ эшләйҙәр ҙә. Былар барыһы ла буласаҡ.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, бындай перспективалы ҡалалар республикала күп түгел. Яңауыл — ҙур тимер юл узелы. Бында ауыл хужалығы үҫеше өсөн дә яҡшы мөмкинлектәр бар. Һәм республика етәкселеге тарафынан лайыҡлы инвесторҙар килеүе өсөн барыһы ла эшләнәсәк.
— Ҡала бындай инвесторҙарҙы аласаҡ. Беҙ улар менән һөйләшеп килешәсәкбеҙ. Мин һөйләшә беләм, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы.
Шуның менән бергә ул, ҡаланың һәм райондың уңышлы үҫеше өсөн үрҙән ярҙам ғына етмәй, тип билдәләне. Ауыл хужалығын алға ебәреү, производствоны үҫтереү буйынса урындағы халыҡтың да инициативаһы кәрәк. Президент яңауылдарҙан бындай инициатива күрһәтеүҙәрен һораны.
Ҡала көнөндә Рөстәм Хәмитов иң яҡшы уҡытыусыларға, төҙөүселәргә, транспорт тармағы хеҙмәткәрҙәренә почетлы наградалар тапшырҙы.
— Наградалар тапшырыуы бик күңелле, — тине республика башлығы. — Әгәр мөмкинлегем булһа, Яңауылдың бар халҡын бүләкләр инем.
Башҡортостан Президенты һүҙен тамамлап, байрамға йыйылғандарға йәнә бер тапҡыр, республика Хөкүмәте ғәҙел, намыҫлы, кешеләр мәнфәғәтендә эшләйәсәк, тип белдерҙе.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика