11:25 (UTC+5), 24 Июня 2011

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербург һабантуйында ҡатнашасаҡ

Алик Шакиров
Алдағы йәкшәмбелә, 26 июндә, Санкт-Петербург ҡалаһы янында, Ленинград өлкәһенең Сярги ҡасабаһында, һабантуй үтәсәк.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы даими вәкиле Риф Сәхәбетдиновтың хәбәр итеүенсә, республиканың рәсми делегацияһын БР Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов етәкләй, делегация составында Стәрлетамаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының хакимиәт башлыҡтары Алексей Изотов менән Илшат Ситдиҡов, ижади коллективтар, журналистар ҙа бар. Башҡортостандың милли мәҙәниәтен һәм сәнғәтен Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, вокалистары һәм бейеүселәре, Сибай филармонияһының «Тархан» эстрада ансамбле һәм «Сибай» бейеү ансамбле, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары, Баймаҡ районының һәүәҫкәр артистары сағылдырасаҡ.
Һабантуй иртәнге 10-да ҙур концерт программаһы менән башлана, унда Санкт-Петербургтың, Ленинград өлкәһенең, Архангельск ҡалаһының, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстандың ижади коллективтары ҡатнашасаҡ.
Сәғәт 12-гә рәсми ҡунаҡтарҙың – Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе губернаторҙарының, РФ Президентының Төньяҡ-Көнбайыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге делегацияһының килеүе көтөлә.
Сярги ҡасабаһы янындағы майҙанда Башҡортостан вәкилдәре үҙенең майҙансығын йәйелдерәсәк – милли аш-һыу менән башҡорт ихатаһы ҡуйыласаҡ, Башҡортостан предприятиелары продукцияһының, иң элек, әлбиттә, бал һәм ҡымыҙҙың, күргәҙмә-сауҙаһы ойоштороласаҡ. Ҡунаҡтарҙы һабантуйҙың традицион уйындары көтә.
— Йыл һайын һабантуйҙа башҡорт тирмәләре ҡуябыҙ, быйылғы һабантуй ҙа уларһыҙ үтмәйәсәк. Тирмәләрҙе Баймаҡ районынан килтереп, әле майҙанда ҡора башланыҡ, уларҙың береһе – этнографик, икенсеһе ҡунаҡтар өсөн буласаҡ, — ти Риф Рәис улы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика