10:15 (UTC+5), 23 Июня 2011

Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған Бүздәк районында булды

Әлим Фәйезов
Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған кисә Бүздәк районында булып китте. «Башинформ» агентлығына «Буздякские новости» гәзитенән коллегаларыбыҙ хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың элекке мәҙәниәт министры Тәлғәт Сәғитов, шағирә Факиһа Туғыҙбаева оҙатыуында Иҫәнбикә Туған Зәки Вәлиди көрәштәштәренең тыуған ерендә булды.
Атап әйткәндә, Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе Ҡаранай ауылынан мулла Дәүләтгәрәй Ҡаранаев Зәки Вәлидиҙең секретары булған, ә Әхмәтғәли Ишбулдин менән Мөхәмәтйән Хажиәхмәтов башҡорт ғәскәрҙәре составында ат ҡараусылар булып хеҙмәт иткән.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Барый Шәғәлиев менән Ришат Юнысов Ҡаңны-Төркәй ауылындағы музейҙа был факттар тураһында ентекләп һөйләне. Иҫәнбикә Туған ҙур ҡыҙыҡһыныу менән быйыл 455 йылллығын билдәләгән Ҡаңны-Төркәй ауылы шәжәрәһе менән дә танышты. Иҫәнбикә Туған ауыл халҡы, урындағы мәктәп уҡытыусылары, «Заһиҙә» фольклор ансамбле ағзалары менән осрашты, һуңғылары уға «Һағыҙ байрамы»н күрһәтте. Иҫәнбикә ханым милли ризыҡтарҙы, урындағы артистарҙың йыр-бейеүҙәрен дә баһаланы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика