10:04 (UTC+5), 21 Июня 2011

Өфөлә социаль ашхана асылды

Евгений Рәхимҡолов
Аҙ тәьмин ителгәндәр һәм ауыр хәлдә ҡалғандар өсөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә бушлай ашхана асылды. Был ҡалалағы бындай өсөнсө ашхана. Тәүге икәүһе кеүек үк, ул да БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Ғәрифуллин ярҙамында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡртостан төбәк бүлексәһе ҡанаты аҫтында асылған.
Ашхана 60 кешегә иҫәпләнгән. Туҡланыуға талондар 30 көнгә бирелә. Күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар, эшһеҙҙәр, асарбаҡтар, яңы ғына төрмәнән сыҡҡан кешеләр, социаль яҡтан яҡланмаған башҡа граждандар ашханала йылы аш алыу мөмкинлегенә эйә.
Беренсе социаль ашхана Өфөлә апрель аҙағында Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә булдырылғайны. Ә икенсе ашхана 15 июндә ҡаланың төньяғында Ҡулса урамында асылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика