08:10 (UTC+5), 20 Июня 2011

Рөстәм Хәмитов биш төр ярыш буйынса Рәсәй чемпионатын ҡараны

Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин, Наил Акмеев
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында үткән Хәҙерге биш төр ярыш буйынса Рәсәй чемпионатының финалында булды. Рөстәм Хәмитов менән бергә ярыштарҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ҡараны.
Чемпионаттың финал уйындары Өфөлә 17 июндә башланды. Ике төрҙәге ярыштан – фехтование һәм йөҙөүҙән һуң Мәскәү өсөн сығыш яһаған ике тапҡыр Олимпия чемпионы Андрей Моисеев алдынғылыҡҡа сыҡты. Рөстәм Хәмитов һәм Григорий Рапота өсөнсө төр ярыштың – конкурҙың шаһиты булды.
Рәсәй Биш төр ярыш буйынса федерацияһы матбуғат секретары Константин Бойцовтың «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, бынан һуң спортсылар һуңғы ярышта - өс километрға йүгереүҙән һәм пневматик пистолеттан атыуҙан торған «комбайн» төрөндә ярыша.
Чемпионат финалында 36 спортсы ҡатнашты. Улар араһында Мәскәү, Һамар, Дондағы Ростов, Ленинград өлкәһе, шулай уҡ республикабыҙҙың алты вәкиле ҡатнашты.
Биш төр ярыш буйынса Рәсәй чемпионаты төбәктә һуңғы 15 йылда беренсе тапҡыр үткәрелә. Бындай ярыштар оҙаҡ ваҡыт Мәскәүҙә генә уҙғарылып килде. Күп осраҡта был биш төр ярыштың төбәктәрҙә элекке данын юғалтыуына бәйле. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа бының киреһе күҙәтелә, һәм бихисап мәктәптәр тергеҙелә башланы.
Быйылғы ярыш йомғаҡтары буйынса Биш төр ярыш буйынса Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыуға спортсылар һайлап алынасаҡ. Европа чемпионаты 28 июлдән 1 авгусҡа тиклем Лондонда үтергә тейеш. Донъя чемпионаты – 14 сентябрҙә Мәскәүҙә. Беҙҙең ил өсөн был ярыштарҙа төп составта дүрт спортсыбыҙ ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика