13:01 (UTC+5), 16 Июня 2011

Константин Толкачев Урман ауылындағы тергеҙеү эштәрен хупланы

Людмила Терновая
Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев майҙа хәрби часть келәттәрендә боеприпастар шартлауҙан зыян күргән Иглин районының Урман ауылында тергеҙеү эштәре барышы менән танышты.
Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә өс мең самаһы кеше эвакуацияланған, ә матди зыян, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 400 миллион һумдан ашып киткән.
БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов, район башлығы Рафиҡ Мусин һәм хәрби часть вәкилдәре балалар баҡсаһын, мәктәпте, торлаҡ йорттарҙы ҡарап сыҡты. 85 ғаилә өсөн йорттар төҙөлгән Иглиндағы төҙөлөш майҙансығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Подрядсылар әйтеүенсә, шартлауҙан һуң стеналары ғына ҡалған балалар баҡсаһы менән мәктәп уҡыу йылы башланыуға сафҡа индереләсәк. Торлаҡ йорттарҙың ҡыйығы, коммуникациялары өлөшләтә тергеҙелгән, быялалар ҡуйылған.
— Шартлауҙың тәүге көнө менән сағыштырғанда бөтөнләй икенсе күренешкә шаһит булдыҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Константин Толкачев. — Республикалағы тейешле структураларҙың йылдам һәм сифатлы эш итеүе ҡыуандыра. Төҙөлөш эштәре көн яҡтыһында, ялһыҙ алып барыла. Ҡасан да булһа бындай тиҙлектә эшләгәндәрен хәтерләмәйем. Бөтәһе лә бар нәмәне ҡыҫҡа ваҡытта тергеҙеү өсөн тырыша. Эш сифаты ла тейешле кимәлдә. Әлегә, әлбиттә, яҡынса һөҙөмтәләрҙе генә күрергә мөмкин, әммә мин ниндәй ҙә булһа илке-һалҡылыҡты һиҙмәнем.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика